Иҡтисад
9 Июнь 2021, 13:00

Юл сервисы үҫешә

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә юл сервисы өлкәһенә йүнәлтелгән проект ҡаралды.

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә юл сервисы өлкәһенә 150 миллион һум инвестиция һалырға йыйынған эшҡыуарҙың проекты менән таныштылар.
"Бөгөн беҙ эшҡыуар менән төҙөлөш нескәлектәрен барланыҡ. Юл сервисына һалынған инвестиция проекттарына республика тарафынан ниндәй ярҙам күрһәтеләсәге тураһына һөйләштек. Эшҡыуарҙың һорауҙарына яуап бирҙек һәм документтар менән ярҙам итеү мәсьәләләрен хәл иттек", - тине ведомство етәксеһе Александр Гусев.
Ырымбур ҡалаһынан “Астра” ойошмаһы Мәләүез районы аша үткән “Өфө - Ырымбур” юлының 205-се километрында комплекс төҙөргә ниәтләй. Уға 150 миллион һум инвестиция һалынасаҡ. Бында кафе, кемпинг, автомагазин һәм машиналар ремонтлау үҙәге, автомобиль заправкалау станцияһы буласаҡ. Йәмғеһе 20 кешегә эш урыны тәҡдим ителәсәк.
Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Александр Гусев билдәләүенсә, проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Эшҡыуарға бизнес-план төҙөшөргә Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ярҙам итәсәк.
Былтыр октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте юл сервисын үҫтереү концепцияһын ҡабул иткәйне. Уға ярашлы эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Бөгөн 55 инвестор 5,5 миллиард һумлыҡ килешеү төҙөлгән.
Читайте нас