2015 йылдан Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен Интернет селтәренә тоташтырыуҙы тәьмин итеү буйынса телекоммуникация проекттары тормошҡа ашырыла. Әле Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты нигеҙендә муниципаль берәмектәрҙәге социаль әһәмиәтле объекттарҙы “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селдәренә тоташтырыу дауам итә.
Быйыл төбәктә “Асыҡ Интернет” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Был эш барышында республикалағы 262 ауыл юғары тиҙлекле оптик линиялар ярҙамында Интернет менән тәьмин ителәсәк.
Яңауыл районында “Асыҡ Интернет” проектына һигеҙ ауыл йәлеп ителә. Бүлеү селтәрҙәре Сәлих һәм Андреевка ауылдарына үткәрелгән дә инде. Ошо көндәрҙә Барабановка менән Рабак ауылдарын ҙур селтәргә тоташтыралар.
Проект буйынса бөтә эште 1 сентябргә тамамлау күҙаллана.
Фото: yanaul.bashkortostan.ru/presscenter/news/373888/