Иҡтисад
11 Июнь 2021, 06:30

60 эш урыны барлыҡҡа киләсәк

Был проект район өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Балтас районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, район етәкселеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән әүҙем эш алып бара.
Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын ойоштороу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев йүнселдәр менән осрашып, “А7 Агро-БР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең майлы культуралар етештереү һәм эшкәртеү тураһындағы бизнес-проекты буйынса фекер алышты. Проектты тормошҡа ашырыу барышында 60 эш урыны булдырыу һәм район биләмәһендә элеватор төҙөү күҙаллана.
Әле инвестор рапс, етен, ужым һәм яҙғы культуралар, соя һ.б. үҫтереү өсөн 4,5 мең гектар ерҙе ҡуртымға алған, 18 эш урыны булдырған, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға 100 миллион һум самаһы аҡса һалған. Бизнес-проектты тормошҡа ашырыу, эшкәртеү, элеватор төҙөү, юл һалыу өсөн 10 мең гектарға яҡын ер һәм инженерлыҡ коммуникацияларын үткәреүҙә ярҙам кәрәк.
Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Ләйсән Хәмитова әйтеүенсә, был проект район өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. “Беренсенән, инвестор күптән эшкәртелмәгән ерҙәрҙе үҙләштерә. Икенсенән, йыйылған уңыш үҙебеҙҙә, районда эшкәртеләсәк. Продукцияның бер өлөшөн экспортҡа сығарырға ниәтләйҙәр. Иң мөһиме – яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк”, – тине ул.
Фото: baltachevo.bashkortostan.ru/presscenter/news/374039/
Читайте нас