Иҡтисад
11 Июнь 2021, 07:30

Газ яғыулығына нисек күсергә?

“Инвестсәғәт” форматындағы сираттағы кәңәшмәлә төбәктәге автомобиль техникаһын газ яғыулығына күсереү мәсьәләләре лә тикшерелде.

Республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестсәғәт” форматындағы сираттағы тематик кәңәшмә үткәрҙе, унда төбәктәге автомобиль техникаһын газ яғыулығына күсереү мәсьәләләре лә тикшерелде.
Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрының беренсе урынбаҫары Тимур Герасимов хәбәр итеүенсә, Башҡортостан автомобилдәргә газ тултырыу компрессор станциялары (АГНКС) һаны буйынса Рәсәйҙә Белгород һәм Ростов өлкәләренән ҡала өсөнсө урында тора. Беҙҙең республикала ошондай 28 станция бар, автомобилдәрҙе газ яғыулығына күсереү буйынса 17 пункт эшләй.
2019 йылдан алып илебеҙҙә ошондай яңы станциялар төҙөү буйынса сығымдарҙы өлөшләтә субсидиялау программаһы эшләп килә. Уға ярашлы, 2019-2020 йылдарҙа һигеҙ яңы станция файҙаланыуға тапшырылған.
Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә ҙур предприятиелар менән берлектә корпоратив техниканы газға күсереү, был осраҡта уның отошлолоғон да иҫәпкә алыу буйынса пландар эшләргә ҡушты.
– Беҙҙә газ яғыулығында эшләй алған ҙур автомобиль парктарына эйә компаниялар бар, – тине Радий Фәрит улы. – Метанға күсеү күп эшҡыуарҙар өсөн отошло. Техниканы үҙгәртеп ҡороу буйынса аныҡ пландар билдәләү бик мөһим, уларҙы беҙ шул иҫәптән “Газпром”, “Ростех”, Урал тау металлургияһы компанияһы менән берлектәге ултырыштарҙа ла ҡараясаҡбыҙ.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Читайте нас