Иҡтисад
11 Июнь 2021, 10:00

Мәсьәләне ныҡлап тикшерергә кәрәк

Башҡортостан Башлығы республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетына райондарҙағы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетына райондарҙағы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеү өсөн уларҙы оҙатып барыу системаһын анализларға ҡушты. Ошо турала һүҙ барған “Инвестсәғәт”тә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәтендәге башланғыстарҙы ҡаранылар.
“Папа-Гриль” компанияһының генераль директоры Дмитрий Вилданов ит ярымфабрикаттарын һәм әҙер ризыҡты һатыу өсөн етештереү-сауҙа холдингы ойоштороу буйынса проектты тәҡдим итте. Барлығы 1,8 миллиард һум тотоноп, инвестор 2026 йылға саҡлы етештереүҙең тулы циклын булдырырға планлаштыра. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, был предприятиелар өс меңгә саҡлы яңы эш урыны булдырасаҡ.
Дмитрий Вилданов билдәләүенсә, проектты раҫлағандан алып кафе асҡанға тиклем уртаса бер йыл ваҡыт уҙа. Был ер участкаһын яҙҙырыу һәм рөхсәт документтарын алыуҙың оҙаҡ булыуы менән аңлатыла.
– Был – эшҡыуарҙар күп райондарҙа осрашҡан системалы мәсьәлә,– тине Радий Фәрит улы. – Уның менән ныҡлап шөғөлләнергә, Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында анализларға, бизнес-шәрифтәр менән дә уртаға һалып һөйләшергә кәрәк.
Фото: glavarb.ru.
Читайте нас