Иҡтисад
14 Июнь 2021, 11:50

Әсәй икмәгенең тәме тел осонда

Ни тиһәң дә, икмәк ризығы – һәр йорттоң өҫтәлендә, көн дә кәрәкле ашамлыҡ.

Земфира Шәмсетдин ҡыҙы Әминева Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Өфө механика-технология техникумын тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса Ҡырмыҫҡалы районына йәмәғәт туҡланыуы селтәренә эшкә килә.
Йәш, егәрле, оҫта бешереүсене шул саҡ икмәк комбинатына эшкә саҡыралар. Уҡыу йортонда алған белемен камиллаштырып, тик икмәк бешереү серҙәренә өйрәнә башлай. Ни тиһәң дә, икмәк ризығы – һәр йорттоң өҫтәлендә, көн дә кәрәкле ашамлыҡ. Йылдар үтә тора, хәҙер инде 32 йыл ул Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатында сифатлы икмәк-ҡаластар ғына түгел, 30-лаған төрҙәге башҡа ризыҡтар бешереү буйынса оҫта булып танылды, был төбәккә еректе.
Тәүге мөхәббәте менән дә ошонда ҡауыша ул. Ҡарлыман ауылының шәп егете Азамат Салауат улы Әминев менән татыу, тигеҙ ғүмер кисерәләр. Тормош иптәше үҙәк район дауаханаһында механик булып хеҙмәт итә. Тормоштарын йәмләп, Альбина исемле ҡыҙ үҫтерәләр, ул хәҙер юғары уҡыу йортонда уҡый.
Татыу ғаилә эштән ҡайтҡас та үҙ донъяһы мәшәҡәттәренә сума: ҡура тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар, баҡса тоталар.
– Бәләкәй саҡта ҡомалаҡтан эшләнгән икмәк бешерә ине әсәй, өләсәй. Шул тәм тел осонда. Һөнәремде лә кешеләр өсөн кәрәкле булһын, тип һайланым. Сифатлы, ҡомалаҡтан ғына бешерелгән икмәк бешерәбеҙ. Шуға ла күп ерҙә беҙҙең ризыҡты көтөп алалар, – ти Земфира Шәмсетдин ҡыҙы.
Ә инде икмәк комбинаты етәксеһе Әлфирә Иҙрис ҡыҙы Богданова:
– Беҙҙең алтын ҡуллы Земфирабыҙ икмәктең сифаты һағында тора. Уға бөтә ышаныс, етештергән продукциябыҙҙың яҙмышы ышаныслы ҡулдарҙа, – тип һөйөнә.
Читайте нас