Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә республикала инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса офис проекты ултырышы үтте. Һөйләшеүҙе етәксе Александр Сидякин алып барҙы.
Бында һүҙ башлыса Башҡортостанға төҙөлөш өлкәһенә һанлы технологиялар индереү хаҡында барҙы.
Системаның төп бурысы – ер участкаларын һәм төҙөлөшкә рөхсәт биреүҙең эш барышын ябай, аңлайышлы итеү. Бының өсөн ер участкалары хаҡындағы белешмәне һанлы майҙансыҡтарға күсереү зарур.
Бынан тыш, төҙөүсенең шәхси кабинеты буласаҡ, “Ярҙам сараларын һүрәтләү” һәм “Милек картаһы” бүлектәре лә ҡаралған.
Ултырышта был системаны эшләүҙең өсөнсө баҫҡысында кәрәкле ойошмаларҙы теркәү хаҡында ла һүҙ барҙы. Әлеге ваҡытта системаға республиканың 70 ойошмаһы тоташтырылған, йыл ағымында тағы 50 ойошма теркәлергә йыйына.