Иҡтисад
15 Июнь 2021, 11:30

Бер банк та ышаныслы түгел

ANIF инвестиция фондының Рәсәйҙәге вәкиллеге етәксеһе Сергей Григорян яңыраҡ шундай һығымта яһауын әйтте.

ANIF инвестиция фондының Рәсәйҙәге вәкиллеге етәксеһе Сергей Григорян яңыраҡ шундай һығымта яһауын әйтте.
“Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы “Прайм” агентлығына һылтанып хәбәр итеүенсә, банктарҙың шәхси вклад буйынса страховка суммаһы ғәҙәттә 1,4 миллион һумдан ашмай – тимәк, хатта ышаныслы һаналған банк менән дә бер-бер хәл була ҡалһа, шунан да күберәк сумманы ҡайтара алмаясаҡтар.
“Әйтәйек, һеҙҙең 500 мең һум ятҡан дебиторлыҡ картағыҙ бар икән ти, вкладта 700 мең һум ятһын, ышаныслыраҡ булһын өсөн аҡсаның бер өлөшөн валютала һайлайһығыҙ – әйтәйек 5 мең доллар (370 мең һум), ләкин банк бөлгөнлөккә осраған хәлдә 1,4 миллион һум ғына ҡайтара аласаҡтар. Был һеҙгә ҙур ҡалала фатир түгел, бүлмә һатып алырға ла етмәйәсәк”, – ти эксперт.
Фото: bash.news.
Читайте нас