Башҡортостанда Көньяҡ Урал төбәген энергия менән тәьмин итеү өсөн ведомство-ара комиссия булдырылды. Был туралағы бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Комиссияны булдырыуҙың маҡсаты – республиканың көньяҡ өлөшөндә энергия системалары селтәрен үҫтереү. Документ менән комиссия составы раҫланған. Уның ултырыштары системалы нигеҙҙә үткәрелеп торасаҡ.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә Радий Хәбиров был комиссияны булдырыу тураһында әйтте һәм уның маҡсаттарын аңлатты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.