Иҡтисад
15 Июнь 2021, 15:00

“Орлан”дың Ырымбурға ла йөрөүе ихтимал

Бөгөн Башҡортостанда тимер юл инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләһе буйынса фекер алыштылар.

Бөгөн республика Хөкүмәтендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостанда тимер юл инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләһе буйынса фекер алыштылар.
Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев хәбәр итеүенсә, йыл башынан алып ташыу менән шөғөлләнгән компаниялар республикала 1,2 миллион, шул иҫәптән Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы 1,1 миллион кешене хеҙмәтләндергән. Марттан алып пассажирҙар ағымы арта башлаған.
Быйыл апрелдә республикала “Өфө – Күмертау – Өфө” маршруты буйынса “Орлан” тәүге юғары тиҙлекле ҡала яны поезы йөрөй башланы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул төбәктә ихтыяж ҙур булған маршруттарҙың береһенә әүерелде. 12 июндә поездарҙың икенсе пары юлға сыҡты.
Июлдә Ырымбур өлкәһенең Транспорт министрлығы вәкилдәре менән берлектә “Өфө – Ырымбур" маршруты буйынса “Орлан”дың тест маршрутын ойоштороу, ҡала яны маршрутын күрше төбәккә сығарыу мөмкинлеген баһалау күҙаллана.
Йәнә Приют һәм Белорет йүнәлештәрендә яңы күсмә состав сафҡа инәсәк. 2022 – 2023 йылдарҙа юлға заманса “Ҡарлуғас” поездары сыға.
– Республика халҡы “Орлан” проектын хуплап ҡабул итте һәм уны артабан үҫтереү өсөн тауыш бирҙе, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе этапта беҙҙә Өфө тимер юл ҡулсаһын да үҙ эсенә алған транспорт каркасы барлыҡҡа килһен өсөн көнсығыш һәм көнбайыш йүнәлештәргә “Ҡарлуғас”тарҙы ебәреү мөһим.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142800.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас