Иҡтисад
16 Июнь 2021, 17:15

Бюрократик кәртәләр кәмей

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров төҙөлөш бизнесына ҡағылышлы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Фейсбук селтәрендәге сәхифәһендә төҙөлөш бизнесына ҡағылышлы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
“Төҙөлөш бизнесына бюрократик баҫымды кәметеү йәһәтенән Хөкүмәтебеҙ алып барған эш тураһында күптән түгел генә һүҙ алып барғайным. Проектты яраштырыу, эш башҡарыуға документ һәм рөхсәт алыу буйынса ғәмәлдәргә эшҡыуарҙар бер нисә ай ваҡыт сарыфлай ине. Төҙөлөш башларға теләгән граждандарға ла еңелдән булманы, уларға ла бик күп тупһаларҙы тапарға тура килде. Ғәмәлдәрҙең бер өлөшөн һанлы форматҡа күсереп, эште икеләтә тиҙләттек.
Ошо бурысты үтәгәндән һуң яһаған аҙымдың һөҙөмтәлелеген анализларға ҡуштым. Дөйөм алғанда, халыҡ ҡәнәғәт. Кешеләргә хәҙер “Росреестр”ға ла, кадастр палатаһына ла, техник инвентаризация бюроһына ла, башҡа ведомстволарға ла барыуҙың кәрәге юҡ. Был, әлбиттә, барыбыҙға ла тормошто еңеләйтәсәк, айырыуса ковидты иҫәпкә алғанда. Шул уҡ ваҡытта йәнә бер проблема барлыҡҡа килде. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында документ тултырыу өсөн кәрәкле опциялар бөтә сайт буйынса таралғайны, һәм ғариза биргән кеше киләһе аҙымдың ниндәй икәнлеген, ҡайһы ойошмаға яҙырға кәрәклеген һ.б. ғәмәлдәрҙе аңлап етмәй ине.
Шуға күрә беҙ төҙөлөшкә ҡағылған бөтә хеҙмәттәрҙе бер майҙансыҡта берләштерергә ҡарар иттек. Был – беҙҙең төбәк проекты, ул “Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш” суперсервисы тип атала. Ғариза биргән кешенең һорауына ҡарап, система үҙе үк нимәне һәм нисек алырға, нисек итеп быны тиҙерәк башҡарырға, ниндәй ойошмаға нимә тип яҙырға кәрәклеген әйтеп бирә. Хаталаныу мөмкин түгел. Бында төҙөлөшкә рөхсәт алыуҙан, майҙансыҡ һайлауҙан, сауҙалашыуҙа ҡатнашыуҙан, кадастр паспортын әҙерләүҙән башлап төҙөлгән объектты теркәүгә тиклем бөтә эштәрҙе башҡарырға була. Проект тормошҡа ашырыла башланы. Көҙ бында шулай уҡ ағас ҡырҡыуға рөхсәт биреүҙе, объектты һүтеүҙе планлаштырыу тураһындағы белдереүҙәр тултырыуҙы һәм ҡайһы бер башҡа хеҙмәттәрҙе лә индерергә ниәтләйбеҙ.
Граждандарға уңайлы булһын өсөн “Суперсервис” “Дәүләт хеҙмәттәре" порталына индерелгән. Бүлектең сайты: https://gosuslugi.bashkortostan.ru/#/construction. Барыһын да аңлаттым шикелле. Үҙегеҙ инеп, ҡарай алаһығыҙ. Комментарийҙарҙа сервисҡа баһа бирһәгеҙ, рәхмәтле булырмын.
Дәүләт уңайлы булырға тейеш”, – тип яҙған Премьер-министр.
Фото: facebook.com
Сығанаҡ: facebook.com
Читайте нас