Әбйәлил районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел район хакимиәтендә “Агростартап” төбәк проекты конкурсында ҡатнашыуға дәғүәселәрҙе һайлап алыу буйынса “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендәге кәңәшмәләр үтте.
Мәғлүм булыуынса, “Агростартап” проекты – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә 2019 йылда ғәмәлгә индерелгән фермерлыҡҡа ярҙамдың яңы төрө. Былтыр Әбйәлил районында 5,7 миллион һумлыҡ “Агростартап” грантын өс крәҫтиән (фермер) хужалығы алған. Быйыл 20-ләп кеше ошо конкурста ҡатнашырға теләк белдергән.
Ошо көндәрҙә булған “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрендә йүнселдәр: Ҡырҙас ауылынан Гөлназ Кирамованың һәм Ҡушайҙан Айгиз Агиловтың һыйыр малы үрсетеү буйынса инвестиция проекттары ҡаралды. Проекттарҙың тәүгеһе буйынса инвестиция күләме – 3,3 миллион һум, икенсеһендә 5,5 миллион һум тәшкил итә. Бюджет аҡсаһын улар ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға йүнәлтергә ниәтләй.
Комиссия инвестиция проекттарын хупланы һәм уларҙы “Агростартап” төбәк конкурсында ҡатнашыуға тәҡдим итергә булды.