15 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Иглин районының социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
– Бындай күсмә кәңәшмәләрҙе кварталға бер тапҡыр үткәрәсәкбеҙ, - тине Андрей Назаров. – Иглин районына барғандан һуң бындағы түрәләрҙең эш стиленең оҙаҡ йылдар үҙгәрмәүен билдәләргә мәжбүрмен. Һәм был – Өфө менән күрше генә булған ваҡытта. Бында йәшәгәндәрҙең юлға, транспортҡа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ялыуҙары бик күп. Өҫтөнлөктәрҙән икәүһен – әүҙем эшҡыуарҙарҙы, баш ҡаланың яҡын булыуын, федераль трассала урынлашыуын билдәләр инем. Айырым проблемалы инфраструктура объекттарын ҡараныҡ һәм ағымдағы хәл менән таныштыҡ.
Республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә Иглин районының социаль-иҡтисади хәле һәм 2021 йылдың аҙағына мәсьәләләр хаҡындағы беренсе докладты Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова яһаны.
Һуңғы ун йылда район халҡы 49 меңдән 66 меңгә тиклем артҡан. Быға төп сәбәп – миграция үҫеше.
Беренсе вице-премьер - республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов районда тормошҡа ашырылған һәм барлығы 38 миллиард һум тәшкил иткән 17 өҫтөнлөклө инвестиция проекты хаҡында һөйләне.
– Шул уҡ ваҡытта Иглин районында теркәлгән эшҡыуарҙарҙың күпселеге эшмәкәрлеген Өфөлә алып бара һәм райондың эшлекле мөхитенә артыҡ йоғонто яһамай, - тине Рөстәм Моратов.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Иглин районының агросәнәғәт комплексы үҫеше хаҡында һөйләне.
– Йыл һайын райондың республика ауыл хужалығы тулайым продукцияһы үҫешенә өлөшө кәмей. Ул шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарҙан тора. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса һөт етештереү – 2, ит етештереү 11 процентҡа кәмене, - тип белдерҙе вице-премьер.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов Иглин районындағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше тураһындағы саралар хаҡында сығыш яһаны. Бөгөн бындағы бизнестың яртыһы тиерлек сауҙаға һәм йәмәғәтселек туҡланыуына тура килә. 10 проценттан кәмерәк эшҡыуарҙар транспорт өлкәһендә һәм төҙөлөш менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығына йүнселдәрҙең 7 проценты тура килә. 2019 йыл менән сағыштырғанда, быйыл май башына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр һаны 6,8 процентҡа артҡан. Комитет етәксеһе дәүләт ярҙамының финанс һәм финанс булмаған саралары хаҡында һөйләне.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова үҙенең сығышында етди проблемалар хаҡында әйтте. Быйыл ғинуар-майҙа бында тыуым 7,8-ҙән 12,4 процентҡа тиклем кәмегән. Диспансерлаштырыу ойошторолғанда 155 кеше диспансер күҙәтеүгә ҡуйылған. Әйткәндәй, яҡын арала райондың медицина ойошмалары алты медицина автомобилен аласаҡ. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың әйтеүенсә, 2019 йылда районда 640 урынға тәғәйенләнгән, 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы булған мәктәп асылған. Былтыр Звездный биҫтәһендә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы эш башлаған.
Иглин районының торлаҡ-коммуналь өлкәһенә килгәндә, урамдарҙы яҡтыртыу менән бәйле проблемалар бар. 2019 йылда бында 686 яҡтыртҡыс һәм 184 яҡтыртыу терәге алмаштырылған.
Иглин районында шәхси торлаҡ төҙөүҙең 80 проценты шәхси төҙөлөшкә тура килә. Шул уҡ ваҡытта республика буйынса файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың 60 проценты шәхси төҙөлөшкә ҡарай. Был хаҡта төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарған Егор Родин һөйләне.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушевтың әйтеүенсә, юлсыларға урындағы тәғәйенләнешле 18 һәм күпләп торлаҡ төҙөлөшө барған урындарҙа 14,8 километр юл ремонтлау планлаштырылған.
2021 йылдың биш айы буйынса район муниципаль берәмектәрҙең һалым һәм һалым булмаған килеме буйынса рейтингында 14-се урынды биләй. Үҫеш темпы буйынса – 11 урында. Был хаҡта республиканың финанс министры Лира Иғтисамова әйтте. Ул ер-милек мөнәсәбәттәре буйынса тәртип урынлаштырыу йәһәтенән эште көсәйтергә ҡушты.