Башҡортостанда йәмәғәтселекте йәлеп итеп, милли проект буйынса ремонтланған быйыл тәүге төбәк юл участкаһы файҙаланыуға ҡабул ителде. Йәмәғәт контроле – “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙа төп шарттарҙың береһе.
Бөгөн Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы вәкилдәре Владимир Кобзев һәм Марат Дәүләтшин Благовещен районындағы Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлын төҙөкләндереү сифатын тикшерҙе.
Дөйөм оҙонлоғо 3,5 километрлыҡ юл участкаһы Бөрө һәм Благовещен райондары сигендә урынлашҡан. “Дортрансстрой” подряд ойошмаһы көсө менән юлдағы иҫке асфальт ҡатламы ҡырып алынған һәм тигеҙләп, яңыһы түшәлгән. Подрядсылар шулай уҡ юл ситен тәртипкә килтергән, термопластиктан һәм буяу менән тамға һалған.
Килешеү буйынса ремонт быйыл сентябрҙә тамамланырға тейеш булған. Әммә эш графиктан алдараҡ ахырына еткерелгән.
Йәмәғәтселек вәкилдәре ремонт сифатына ыңғай баһа бирҙе. “Асфальт-бетон япманың өҫкө ҡаты тигеҙ, яҡшы, юл тамғалары һалынған”, – тине Марат Дәүләтшин.
Милли проектҡа ярашлы юлды төҙөкләндереү Шишмә, Стәрлетамаҡ райондарында, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Салауат ҡалаларында дауам итә. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә дөйөм оҙонлоғо 300 километрҙан ашыу 237 төп объектта ҙур эш башҡарыла.
Фото: transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/375141/
Сығанаҡ: transport.bashkortostan.ru