Иҡтисад
17 Июнь 2021, 15:45

Тышҡы реклама баҙарында тәртип буласаҡ

Башҡортостанда реклама конструкцияларын урынлаштырыу һәм эксплуатациялау өсөн рөхсәт онлайн тәртиптә алып барыласаҡ.

Башҡортостанда реклама конструкцияларын урынлаштырыу һәм эксплуатациялау өсөн рөхсәт онлайн тәртиптә алып барыласаҡ. Шулай уҡ INVESTRB.RU сайтында онлайн-карта барлыҡҡа киләсәк, унда төбәктәге барлыҡ реклама конструкциялары ҡуйылған урындар билдәләнәсәк.
Бөгөн тышҡы реклама баҙарының эшмәкәрлеген республикала Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышында ҡаранылар. Уны Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин үткәрҙе.
Әле республикала 3500 реклама урыны бар, улар 240-тан ашыу тышҡы реклама операторыныҡы. Быйыл 45 конкурс процедураһында 487 реклама урыны буйына торгтар үткәрергә планлаштыралар.
Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы был муниципаль хеҙмәтте күрһәтеүҙә административ регламентты үҙгәртергә тәҡдим итте.
"Һөҙөмтәлә хеҙмәтте электрон төрҙә үтәү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк, – тине агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев. – Был документтар биреү процедураһын үтә күренмәле итә һәм хаталы рөхсәттәр һанын юҡҡа сығарасаҡ. Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә ошо муниципаль хеҙмәтте дәүләт хеҙмәттәренең Берҙәм порталына индереү эшен алып барабыҙ".
Ултырыш барышында INVESTRB.RU порталының “Башҡортостандың Инвестиция картаһы” бүлегендә “Тышҡы реклама” тигән бүлеге презентацияһы булды. Реклама конструкцияһының тибы һәм төрө буйынса эҙләү буласаҡ, мәғлүмәт майҙанының дөйөм майҙаны күрһәтеләсәк.
"Бүлексәлә ике категория буласаҡ: урынлаштырылған реклама конструкциялары һәм яңы реклама урындары. Муниципаль район-ҡала хакимиәттәре буласаҡ торгтарға фото, һылтанма ҡуя аласаҡ. Порталдың авторлаштырыу үткән ҡулланыусылары реклама конструкцияһы тураһында фекерен ҡалдыра аласаҡ", – тине Максим Ульчев.
Иң мөһим яңылыҡ – инвестор үҙенә ҡыҙыҡлы реклама конструкцияһына яҙыла аласаҡ. Реклама конструкцияһына торгтар иғлан ителһә, эшҡыуарға мәғлүмәт киләсәк һәм ул тиҙ арала яңылыҡтарҙы беләсәк.
“Әлеге ғәмәлде тәүге тапҡыр индерәбеҙ. Был процесты асығыраҡ итәсәк, торгтарҙа ҡатнашыусылар һанын, дәғүәселекте арттырасаҡ. Шулай уҡ INVESTRB.RU сайтының бизнес өсөн функционалы ла киңәйәсәк", – тине Александр Сидякин.
Фото: investrb.ru
Читайте нас