Өфөләге Матбуғат йорто тәҙрәһенән күренеп торған был завод халыҡ өсөн уңайлы ине: ҡала үҙәгендә, эшкә килеп етеүе тиҙ, сөнки тирә-яғында туҡталыштар күп. Яңыраҡ был заводты һүтеп, ҡунаҡхана төҙөргә ҡарар иттеләр.
Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы (УЗЭМИК) заманында илдең алдынғы һәм билдәле предприятиеларының береһе ине, баҙар иҡтисады шарттарында ул көнәркәшлеккә түҙә алманы, продукцияһын заман талаптарына ярашлы итеү һәм төрләндереү килеп сыҡманы.
Ошо көндәрҙә был биләмәлә 170 урынлыҡ ҡунаҡхана төҙөй башлаясаҡтар, уның 100 урынлыҡ ер аҫты туҡталҡаһы ла буласаҡ, шулай уҡ финтес-үҙәк һәм башҡа объекттар барлыҡҡа киләсәк. Заводтың ҡайһы бер биналары һүтеп алынасаҡ, ҡайһы берҙәре реконструкцияға дусар ителә. Был туралағы ҡарарға Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡул ҡуйған.
Проектта яҙылыуынса, бында Володарский урамының башын Ибраһимов бульвары менән тоташтырасаҡ йәйәүлеләр бульвары, күп ҡатлы автомобиль паркингы ла буласаҡ.