Иҡтисад
18 Июнь 2021, 15:00

Өфө янында ғына – бер миллион!

Андрей Назаров: "Беҙҙә иҡтисад үҫә, фатир һатып алырлыҡ хәлле кешеләр күп".

“DARS Development” инвестиция-төҙөлөш холдингы Өфөнөң Ағиҙел аръяғы биләмәһендә 15 йыл эсендә бер миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә ниәтләй. Был турала компания етәкселәре Премьер-министр Андрей Назаров менән осрашыу барышында хәбәр итте.
"2030 йылғаса төбәктәге торлаҡ майҙанын дүрт миллион квадрат метрға еткереү бурысын ҡуйғайныҡ, шуға төҙөлөш күләмен йылдан-йыл арттырырға тырышабыҙ. Холдинг вәкилдәре, Башҡортостанда ҙур микрорайондар булдырыу мөмкинлеге барлығын күреп, яңы киң ҡоласлы проектҡа тотонорға ҡарар итте һәм йылына 70 мең квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә йыйына. Беҙҙә иҡтисад үҫә, фатир һатып алырлыҡ хәлле кешеләр күп", – тине республика Хөкүмәте етәксеһе.
Андрей Назаров шулай уҡ республикала торлаҡ төҙөүселәргә социаль йәһәттән яуаплылыҡ йөкмәтеү сәйәсәте тормошҡа ашырылыуын иғтибарға алды. “Төбәктә тәртип урынлаштырғанбыҙ, йорттарҙы файҙаланыуға тапшырғанда улар янындағы социаль объекттар ҙа әҙер булырға тейешлеген талап итәбеҙ”, – тине ул.
“DARS Development” компанияһының директорҙар советы рәйесе Дмитрий Рябов бындай ҙур эшкә тотоноуҙың тәү сиратта Башҡортостандағы социаль-иҡтисади хәлдең тотороҡлолоғона, урындағы властың ышаныслылығына бәйле икәнлеген билдәләне.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас