Бөгөн, 18 июндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ВЭБ.РФ Дәүләт үҫеш корпорацияһы вице-президенты Татьяна Мухтасарова һәм эре медицина, төҙөлөш ойошмалары етәкселәре менән осрашты. Унда төбәктә дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөү мәсьәләләрен ҡаранылар.
– Беҙ уртаҡ эшмәкәрлектең ике төп йүнәлешен ҡарайбыҙ. Улар - беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһына ярашлы поликлиникалар һәм Өфөлә бер нисә күп профилле дауахана төҙөү, – тине Радий Хәбиров. – Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың республикаға ла, ВЭБ.РФ өсөн дә файҙалы булған финанс-иҡтисади схемаларын билдәләргә кәрәк.
Дәүләт корпорацияһы вице-президенты Татьяна Мухтасарова Башҡортостандың юғары инвестиция мөмкинлеген баһаланы.
"Инвесторҙар яғынан республикаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу бик ҙур, сөнки Башҡортостан – мөмкинлектәре киң төбәк, – тине ул. – Бында иҡтисади һәм социаль өлкәлә яңырыуҙың мөһимлеген аңлаған төбәк етәкселегенең өлөшө ҙур".
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ Республикаға идара итеү үҙәгенең яңы бинаһын ҡараны. Ул Ағиҙел ярында урынлашҡан һәм Республика йорто менән берҙәм комплекс булып тора. Майҙансығында Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге, Үҫеш корпорацияһы һәм Стратегик эшләнмәләр үҙәге урынлашҡан.
Республикаға идара итеү үҙәге эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – социаль коммуникациялар, уларға “Инцидент-менеджмент” һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша килгән халыҡ мөрәжәғәттәре, иҡтисади аналитика блогы инә. Бының өсөн үҙәккә мәғлүмәт системалары индерелгән, уларҙың күпселеген республиканың Һанлы үҫеш министрлығы белгестәре эшләгән.
"Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге системалы рәүештә төбәк тормошоноң бар өлкәләрен үҙ эсенә ала. Башҡа ошондай уҡ үҙәктәрҙән уны киңерәк функциялар һәм халыҡтың көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә комплекслы ҡараш булыуы айыра", – тине Татьяна Мухтасарова.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.