Өфөлә “Һөнәре буйынса иң яҡшы” конкурсының “Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш комплексының иң яҡшы ташсыһы” номинацияһында төбәк буйынса этап өлөшө үткәрелде.
Ярыштың федераль кимәлендә Башҡортостан вәкиле булыу хоҡуғы өсөн Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Туймазы, Стәрлетамаҡ ҡалаларының 17 предприятиеһынан 34 ташсы көрәште. Сара республиканың иң ҙур төҙөлөш ойошмаларының береһе “Архстройинвестиции” компанияһы төҙөгән “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексы майҙансығында үткәрелде.
Был конкурс республикала 2007 йылдан алып уҙғарыла, ойоштороусылары – “Башҡортостан Республикаһының төбәк төҙөүселәр союзы”, “Башҡортостан төҙөүселәре” ойошмаһы, Рәсәй Төҙөүселәр профсоюзының Башҡортостан бүлексәһе һәм башҡалар. Маҡсат – төҙөүсе һөнәренең абруйын күтәреү, алдынғы тәжрибәне пропагандалау, йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәренә йәлеп итеү.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Башгражданстрой” тресынан Станислав Ғәйнетдинов менән Николай Тажетдинов еңеүсе тип танылды. Икенсе урында – “Нефтекамскстройзаказчик” муниципаль предприятиеһынан Андрей Белоглазов һәм Айҙар Зыязов, өсөнсө урын төҙөлөш майҙансығы хужаларына – “Архстройинвестиции” компанияһынан Данил Булатов менән Раил Йосоповҡа бирелде. Наградалау тантанаһында республика төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Егор Родин еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы сайты.