Иҡтисад
21 Июнь 2021, 17:15

Белгестәрҙең техник әҙерлеге юғары баһаланды

– “Көнсығыштан сығыу юлы” – Башҡортостан өсөн һуңғы йылдарҙағы иң ҙур транспорт проекты. Ул ошо тармаҡ өсөн бик мөһим.

Бөгөн республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев, республиканың Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев һәм “Лимакмарашавтодороги” проекты етәксеһе Нахит Четин Өфөнән Көнсығыштан сығыу юлына барып күсмә ултырышта ҡатнашты.
– “Көнсығыштан сығыу юлы” – Башҡортостан өсөн һуңғы йылдарҙағы иң ҙур транспорт проекты. Ул ошо тармаҡ өсөн бик мөһим. Беҙҙең төп бурыс – проектты тормошҡа ашырыу ваҡытын үтәү, – тине министр.
Төҙөлөштө ҡараған саҡта Александр Булушев автоюл тоннелендә тау аша үтеү эштәре менән танышты, күпер таяуы нигеҙен, эстакадаларҙы нисек эшләүҙе тикшерҙе. Министр бындағы белгестәрҙең техник әҙерлеген юғары баһаланы.
Мансаф Низаҡаев белдереүенсә, объектта эштәр әүҙем бара. Уң яҡ ярҙа яр ишелеүенә ҡаршы саралар тамамланған, һулда эстакада ҡоролмаһын эшләүгә әҙерлек башлана. Тау аша тоннель уйыу ҙа дауам итә. Әлеге ваҡытта объектта 2046 кеше һәм 138 берәмек техника эшләй.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51896
Читайте нас