Иҡтисад
21 Июня 2021, 16:15

“Был хәлде төҙәтеү өсөн өс көн бирәм...”

Дүрт ҡала округы һәм 41 муниципаль район ҡуйылған маҡсаттарҙы атҡара алмаған.

21 июндә Башҡортостан Хөкүмәтендә республика муниципаль район һәм муниципаль ҡала дөйөм файҙаланыу автомобиль юлдарында, ихата биләмәләрендә соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса сираттағы кәңәшмә булды.
Сара Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә видеобәйләнеш форматында үтте. Унда республика транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульковтың белдереүенсә, 18 июнгә юл инфраструктура өлкәһендә контроль һәм планлаштырыу системаһында 19432 километр автомобиль юлының 18890 километры йәки 97 проценты атҡарылған.
Өфө, Ағиҙел, Салауат, Межгорье ҡала округтары һәм Әбйәлил, Архангел, Ауырғазы, Бәләбәй, Ғафури, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Нуриман, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондары 100 процентҡа эш күләмен атҡарып сыҡҡан. Дүрт ҡала округы һәм 41 муниципаль район ҡуйылған маҡсаттарҙы атҡара алмаған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуына ярашлы, эштәр 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш ине, тик юл хужалары соҡорҙарҙы ремонтлап бөтә алмаған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы программаны 30 июнгә тиклем дауам итергә тип тәҡдим итте.
Кәңәшмәлә “Идара итеү” дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын тултырыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Биш муниципалитет уны мәғлүмәт менән тултырыуҙы хатта башламаған да.
"Республика менән идара итеү үҙәге тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Әммә барлыҡ муниципалитеттар ҙа юлдарҙа эшләнгән мәғлүмәттәрҙе индермәгән. Был хәлде төҙәтеү өсөн башлыҡтарға өс көн бирәм. Эште оператив рәүештә атҡарырға кәрәк, сөнки, бынан тыш, мәғлүмәт халыҡтың ялыуҙарына тиҙ тәьҫир итеү һәм республика менән һөҙөмтәле идара итеү өсөн кәрәк. Төбәккә идара итеү үҙәген федераль ҡунаҡтар ҙа ҡарай. Әле төп маҡсатыбыҙ – республикала социаль-иҡтисади үҫештең тулы һәм оператив картинаһын, аналитика менән бер рәттән, формалаштырыу", - тине Андрей Назаров.
Кәңәшмәлә Өфө ҡалаһындағы Салауат Юлаев проспекты менән Әй урамы киҫелешенең яңы проекты ҡаралды.
Муниципалитеттарҙағы ихата биләмәләрендәге соҡорҙарҙы ремонтлау мәсьәләһе буйынса республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников һөйләне. Шулай итеп, 1 апрелдән, раҫланған юл картаһына ярашлы, ихаталарҙағы юл ҡатламдары тикшерелгән һәм 7902 етешһеҙлек табылған, уларҙың 6064-е бөтөрөлгән, 1838-е эшләнә. 36 муниципалитетта етешһеҙлектәр юҡҡа сығарылһа, 16 муниципалитет ихаталарында улар юҡ. Ә 11 муниципалитет етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләй.
Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская граждандарҙың юл менән бәйле мөрәжәғәттәрен анализланы. Айырым алғанда, Нефтекама эргәһендәге Әмзә ауылындағы соҡорҙарҙы ипкә килтереү һәм юл һыҙатын эшләү мәсьәләһе ҡаралды. Муниципалитет вәкилдәре раҫлауынса, был һыҙыҡ ваҡытлыса, соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса эштәр аукцион үткәрелгәндән һуң өҫтәмә финанслау сиктәрендә атҡарыласаҡ.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас