Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы менән берлектә видеоконференцэлемтә тәртибендә республика ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн тауарҙар, эштәр һәм хеҙмәттәр һатып алыу өлкәһендәге төбәк мәғлүмәт системаһын төҙөүселәр менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Сара аналитика механизмдарын яңыртыу, һатып алыуҙар өлкәһендә ҡатнашыусыларҙың мәнфәғәтен тәьмин итеү буйынса яңы алымдарҙы ғәмәлгә индереү, һатып алыуҙарҙың һөҙөмтәлелегенә мониторинг, анализ һәм баһа биреү мәсьәләләренә арналды. Шулай уҡ мәғлүмәт системаһының эшенә бәйле проблемалар күтәрелде. Республикала һатып алыуҙар буйынса аналитика блогы булмауға айырым иғтибар бирелде. Бынан тыш, мәғлүмәт системаһы интерфейсы менән эшләү темаһы буйынса фекер алыштылар.
Фото: zakupki-digital.ru/
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51883