Иҡтисад
21 Июнь 2021, 17:30

Ниңә сүп-сар өйөмдәре һаман бар?

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары эше сифатын анализлау көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.

21 июндә Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә видеобәйләнеш форматында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары эше сифатын анализлау көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Төбәк операторҙары тарафынан барлыҡ теркәлгән контейнерҙар майҙансыҡтарының 99 проценты кимәлендә ҡалдыҡтарҙы сығарыу тәьмин ителә.
Әммә, Андрей Назаровтың белдереүенсә, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар-Башҡортостан” системаһында күрһәткестәр юғары булһа ла, хакимиәттәрҙән республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына килгән мөрәжәғәттәр төбәк операторҙары тарафынан хеҙмәттәрҙе сифатһыҙ күрһәтеү осраҡтарын дәлилләй.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса хәл яҡшы түгел. Республикала йәшәүселәр ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа сүп-сарҙың өйөлөүенә зарланыуын дауам итә. Элеккесә төбәк операторҙарының ҡәнәғәтләнерлек булмаған эшенә, айырым алғанда, сүп-сарҙың ваҡытында сығарылмауына, контейнерҙарҙың тулыуына, сүп-сар өйөмдәренә ялыуҙар килеүен дауам итә. Июндә генә 11 стихиялы сүп-сар өйөмөнә ялыу килде, - тине Андрей Назаров.
Сүп-сар көн һайын сығарылһа ла, Яңауыл, Иглин райондары, Иглин, Охлебинин, Урман ауылдары, Нефтекама ҡалаһы халҡы контейнерҙар майҙансыҡтарының тулыуына зарлана. Өфө ҡалаһы Октябрь районына ҡараған Нуғай һәм Жилин ауылдарында йәшәгәндәрҙән дә контейнерҙарҙың тулыуы менән бәйле ялыуҙар килә.
Кәңәшмәлә республика биләмәһендә санкцияланмаған ҡаты ҡалдыҡтар өйөмдәрен ликвидациялау мәсьәләһе ҡаралды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәровтың әйтеүенсә, республика ҡалдыҡтар кадастры мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2089 санкцияланмаған сүп-сар өйөмөн бөтөрөргә ҡалған. Быйыл, элекке йылдар менән сағыштырғанда, муниципалитеттар бюджеттарында аҡсаның булмауы сәбәпле, ликвидациялау тиҙлеге кәмерәк. Хәйбулла һәм Борай райондарында, үҙҙәрендә 80-дән ашыу сүп-сар өйөмө булһа ла, уларҙы ликвидациялауға тотонмағандар.
Республика Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковскаяның әйтеүенсә, 14 – 20 июндә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән бәйле мөрәжәғәттәр былтырғы 7 – 13 июндәге 98-ҙән 64-кә тиклем кәмегән.
Андрей Назаров муниципалитеттар башлыҡтарына сүп-сар өйөмдәрен ликвидациялау эшен тиҙләтергә, яңыларын барлыҡҡа килтермәү өсөн аңлатыу эшен башларға ҡушты.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас