Бынан ары Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләрҙә республиканың эре предприятиелары етәкселәре доклад менән сығыш яһап, эшмәкәрлектәренә йомғаҡтар яһаясаҡ. Бөгөн был эште тәүгеләрҙән булып “БСК” компанияһы генераль директоры Эдуард Давыдов башланы.
– Радий Фәрит улы, былтыр октябрҙә беҙгә килгән саҡта, артабан апрелдә коллектив менән осрашҡанда һеҙ аныҡ итеп компания алдына өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнегеҙ: етештереүҙе яңыртыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, тауар сифатын яҡшыртыу, уның үҙҡиммәтен кәметеү. Быларҙың барыһы ла БСК-ның ун йыллыҡ үҫеш программаһына нигеҙ булды. Республика ярҙамы менән быйыл тәүге дүрт инвестиция проектын тормошҡа ашыра башланыҡ, – тине ул.
Быйыл компания тарихи рекорд күрһәткестәренә өлгәшкән. Мәҫәлән, 2021 йылдың беренсе ярты йыллығында килем (транспорт сығымдарынан таҙартылған) – 28,2 миллиард һум тәшкил иткән. Был былтырғы йылдың ошо күрһәткесе менән сағыштырғанда 22 процентҡа күберәк. Операцион килем (ярҙамсы предприятиеларҙы иҫәпкә алмай) – 10,2 миллиард һум тәшкил иткән, 37 процентҡа күберәк. Таҙа килем (ярҙамсы йәмғиәттәрҙе иҫәпкә алмай) – 7,8 миллиард һум, шулай уҡ 35 процентҡа күберәк. Экспорт – 7,2 миллиард һум тәшкл иткән, былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 22 процентҡа күберәк.
– Шуға баҫым яһағым килә, 2020 йылдың декабрендә ҡабул ителгән “2021-2025 йылдарҙа хеҙмәт коллективының именлеген күтәреү программаһы” сиктәрендә, быйыл тәүге ярты йыллыҡта социаль программаларға сығымдар статьяһы 480 миллион һумға артты, – тине Эдуард Давыдов.
Яңырыу юлында быйыл тәүге ярты йыллыҡта мөһим эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, Мәскәүҙәге Сауҙа йорто Стәрлетамаҡ ҡалаһына күскән. Мәскәү филиалын юҡҡа сығарыу 1 миллиард һум аҡсаны экономиялау мөмкинлеге биргән. “Эколь” кер йыуыу порошоктарын етештереү яңыртылған, ошо сәбәпле 125 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. Башҡортостан Башлығы үткәргән инвестиция сәғәтендә бер нисә мөһим проекттар хуплау тапҡан. Улар араһында грануллы хлорлы кальций, мембрана каустигы, яңынан эшкәртелгән резинанан резина грануляты етештереү бар. Шулай уҡ киләсәктә яңы етештереүҙәр төҙөләсәк, социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса эштәр ҡаралған. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өсөн экология проекттары ла тормошҡа ашырыла.
Эдуард Давыдов белдереүенсә, предприятиеның 2021-2030 йылдарға иҫәпләнгән үҫеш стратегияһы 300 миллиард һумдан ашыу инвестицияларҙы күҙ уңында тота. Уларҙың 150 миллиард һумы яңы етештереүҙәр өсөн, 65 миллиарды ремонт фондына, 75 миллиард һумы етештереүҙе модернизациялауға, 1,7 миллиард һумы һанлы трансформация, эш процестарын автоматлаштырыуға, 10 миллиард һумы сеймал базаһын үҫтереүгә тотоноласаҡ.
– Сығышым һуңында шуны әйтәм: беҙ әле тәрән яңыртыу һәм үҙгәртеп ҡороуҙың башында ғына. Үрҙә әйткән пландар аныҡланасаҡ һәм директорҙар советына хәл итеү өсөн сығараласаҡ, – тине ул.