Иҡтисад
21 Июнь 2021, 17:45

Студент эскәмйәһенән өйрәнәсәктәр

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты менән БДУ хеҙмәттәшлек итәсәк.

21 июндә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева һәм БДУ ректоры Николай Морозкин хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
"Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү билдәле ваҡиғаға әйләнде, сөнки студент эскәмйәһенән экспорт һәм халыҡ-ара эшмәкәрлеге буйынса профессионалдарҙы әҙерләйәсәкбеҙ тигәнде аңлата. Был Башҡортостанда тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте күтәреүгә булышлыҡ итәсәк", - тине Маргарита Болычева.
Университет һәм дәүләт комитеты араһындағы төрлө формалағы хеҙмәттәшлек үҫеше, юғары профессиональ мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлек, кәңәштәр биреү кеүек хеҙмәттәрҙән файҙаланыу ҡул ҡуйылған килешеү һөҙөмтәһе буласаҡ.
“Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр”, “Юриспруденция” (“Экспорт өкәһендә хоҡуҡи көйләү” профиле) йүнәлештәре буйынса йәш белгестәрҙе әҙерләү – дәүләт комитеты менән университеттың хеҙмәттәшлек йүнәлеше. Ике яҡ халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә йәш белгестәренең практик йәһәттән тәжрибә туплауына булышлыҡ итәсәк.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас