Иҡтисад
22 Июнь 2021, 06:30

“Алға” менән бергә!

Башҡортостанда тағы өс компания “Алға” айырым иҡтисади зонаһына инеү тураһында таныҡлыҡ алды.

Башҡортостанда тағы өс компания “Алға” айырым иҡтисади зонаһына инеү тураһында таныҡлыҡ алды. Проектҡа ингән дөйөм инвестициялар күләме 8,63 миллиард һум тәшкил итте. Башҡортостанға инвесторҙарҙы йәлеп итеү буйвнса эҙмә-эҙлекле эште Башҡортостан Хөкүмәте аппараты һәм Республика үҫеше корпорацияһы атҡарҙы.
- Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы өсөн беҙҙең компанияларға яңы статус биреү, төбәккә инвестициялар йәлеп итеү – тағы бер ҡаҙаныш. Башҡортостандың үҫеше һәм бизнес өсөн уңайлы төбәк булып танылыуы өсөн проекттар өҫтөндә оҙаҡ эшләнек һәм хеҙмәттәшлек алып барҙыҡ. Хәҙер беҙҙең команда республикала тормошҡа ашырыласаҡ тағы бер нисә проект өҫтөндә эш башланы. Бөгөн “Алға” иҡтисади зонаһында 9 резидент эшләй. Шулар араһында өс компанияның проекты инвестиция комитеты тарафынан хуплау тапты, - тип билдәләне Республика үҫеше корпорацияһы директоры Наил Ғәббәсов.
“Оптимум Солар Рус” компанияһы ҡояш панельдары етештереү буйынса завод төҙөмәксе. Унда 70 эш урыны булдырыласаҡ. Инвестициялар күләме 1,563 миллиард һум тәшкил итә. Ә “П Солар” компанияһы ҡояш батареялары өсөн борола торған бағаналар төҙөү менән шөғөлләнәсәк. Бында 860 миллион һум аҡса инвестицияланасаҡ, 50 эш урыны булдырыласаҡ.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Оптимум Солар Рус” һәм “П Солар” компаниялары менән “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә сәнәғәт-етештереү эшмәкәрлеге алыу барыу тураһындағы килешеүгә июнь башында ҡул ҡуйылды.
“СВЭМ” предприятиеһы юғары молекулярлы полиэтилен етештереү менән шөғөлләнә, ул йылына 14 мең тонна продукция бирергә һәләтле. Сеймалды (этилен) “Газпром нефтехим Салауат” бирәсәк. Проект импортты алмаштырыу һәләтенә эйә, 100-гә яҡын яңы эш урыны булдырасаҡ, капитал һалыу алты миллиард һумдан ашыр тип күҙаллана. Етештереүҙе 2024 йылда башларға планлаштыралар.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Читайте нас