21 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы кәңәшмәһендә “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов илдең аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлде тотороҡландырыу өсөн икмәк бешереү сәнғәтенә ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе тураһында һөйләне. Был икмәккә һәм икмәк-булка изделиеларына хаҡты тотоп тороу өсөн эшләнгән.
– Республика етештереүселәре он етештереүселәргә аҙыҡ-түлек бойҙайын һатып алыу, икмәк бешереү сәнәғәте предприятиеларына етештерелгән һәм һатылған икмәк һәм икмәк-булка изделиеларын етештереү, һатыу өсөн компенсация биреү йәһәтенән Рәсәй Хөкүмәтенең резерв фондынан дәүләт ярҙамы сараларының яңы төрҙәренә дәғүә итә ала, - тине вице-премьер. – Был дәүләт ярҙамын алыуға республиканың Ауыл хужалығы министрлығына 50 ғариза килде.
Бынан тыш, мелиорация үҫеше һәм ауыл хужалығы тоҡомло йәш малдарҙы һатып алыу йәһәтенән сығымдарҙы компенсациялау хаҡында ла һөйләшеү булды.