Иҡтисад
22 Июня 2021, 07:00

“Күп балалы ғаиләләргә ярҙам – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе”

2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен ҡараһаҡ, республикала өс һәм унан күберәк балалы 46305 ғаилә йәшәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
21 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте Президиумы кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Ул күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы хаҡында һөйләне.
– Республика Хөкүмәте өсөн күп балалалы ғаиләләргә ярҙам – эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе, - тине Андрей Назаров. – Иң беренсе сиратта һүҙ матди ярҙам хаҡында бара. Бында федераль Хөкүмәт менән эште, күптән түгел ғаиләләргә күрһәтелгән ярҙам башланғыстарын иҫәпкә алып, берләштерергә кәрәк.
2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен ҡараһаҡ, республикала өс һәм унан күберәк балалы 46305 ғаилә йәшәй. Башҡортостан илдең күп балалылыҡ буйынса юғары һөҙөмтәле дүрт төбәккә ҡарай. Волга буйы федераль округында республика күп балалыҡ буйынса беренсе урынды биләй. Йыл һайын ғаиләләрҙә өсөнсө һәм унан һуңғы балаларҙың тыуыуы күҙәтелә.
– Дөйөм алғанда, республикала балалар тәрбиәләнгән ғаиләләрҙә йәшәү кимәлен күтәреү өсөн 30-ҙан ашыу пособие һәм социаль ярҙам төрө күрһәтелә, - тине Ленара Иванова. – Республика бюджетынан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан күп балалы ғаиләләргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары һәм пособиелар күләме ярайһы ғына. 2017 йылда ошо маҡсатта 894 миллион һум тирәһе аҡса йүнәлтелһә, былтыр 1 миллиард һумдан ашыу аҡса ине.
Фото: pravitelstvorb.ru