Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Башҡортостан бюджеты аҡсаһын һөҙөмтәле һәм маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышы булды. Унда Хөкүмәт комиссияһының 18 майҙағы ултырышында бирелгән күрһәтмәләрҙең үтәлеше тикшерелде. Унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҡаҙна аҡсаһын тотоноуҙы тикшереү һөҙөмтәһе ҡаралғайны. Атап әйткәндә, шул осорҙа коммуналь ойошмаларға финанс ярҙамы алымдарын камиллаштырыу буйынса саралар комплексы ғәмәлгә индерелде һәм эш төркөмө төҙөлдө.
Әле ошо эш төркөмө рәйесе, финанс министры Лира Иғтисамова төркөм ултырышы йомғаҡтары тураһында отчет тотто. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Марат Шәнгәрәев ошо өлкәләге юл картаһына индерелгән саралар хаҡында һөйләне.
Ултырыш аҙағында халыҡҡа даими тарифтар буйынса коммуналь хеҙмәт күрһәткән ойошмаларға финанс ярҙамы алымдарын камиллаштырыу буйынса юл картаһын раҫларға ҡарар ителде. Власть органдарына уның тормошҡа ашырылыуы тураһында квартал һайын отчет бирергә ҡушылды.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51912
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru