23 июндә “Торатау” Конгресс-холында эшҡыуарҙар өсөн “Бизнес өсөн: төбәктәр рейтингы. Башҡортостан Республикаһы” Бөтә Рәсәй конференцияһында власть, эшҡыуарлыҡ, хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре осрашты.
Сараның модераторы “Эшҡыуарҙар мөрәжәғәттәре менән эш өсөн платформа” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы генераль директоры Элина Сидоренко булды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Флүр Әсәҙуллин, Башҡортостан Прокуроры Владимир Ведерников, РФ Тәфтиш комитетының БР буйынса Тәфтиш комитеты етәксеһе Денис Чернятьев, республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов, әйҙәүсе бизнес-берекмәләр етәкселәре ҡатнашты.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар бизнесҡа көс баҫымы мәсьәләләре, йүнселдәрҙе нигеҙһеҙ енәйәт эҙәрләкләүенән һаҡлау, уларҙың контроль-тикшереү эшмәкәрлегендәге “ауыр нөктәләр” мәсьәләләре хаҡында һөйләштеләр. Шулай уҡ көс структура эшмәкәрлегенең үтә күренмәлелеген күтәреүҙең мотлаҡ икәнлеге, эшҡыуарҙар мөрәжәғәттәре менән эш буйынса яңы стандарттарҙы ғәмәлгә индереү хаҡында һүҙ булды.
Элина Сидоренко Башҡортостанда мөрәжәғәттәр менән эш һөҙөмтәләре һәм республикалағы тәжрибә хаҡында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе.
Андрей Назаров эшҡыуарлыҡ үҫешенең республиканың тотороҡло социаль-иҡтисади факторҙарының береһе икәнлеге хаҡында әйтте.
– Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү өсөн күп эшләнде, эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырылды, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр. – Хәл ҡатмарлы булһа ла, 2020 йылдағы коронавирус пандемияһы фонында Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тергеҙелә. Ағымдағы йылдың биш айында эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҫеше дүрт мең ярымдан ашыу тәшкил итте. Бәләкәй һәм урта предприятиелар һаны 127 меңгә тиклем етте. Был республиканың эшлекле берҙәмлеге менән һөҙөмтәле эш, эшҡыуарлыҡҡа сикләүҙәр ваҡытында, шулай уҡ ковидтан һуң да дәүләт ярҙамы программаларын тормошҡа ашырыу тип иҫәпләйбеҙ.