Башҡортостандың Ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала быйылғы уңышты ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан ойошмаларҙың матди-техник базаһының яңы миҙгелгә әҙерлеген тикшерәләр. Комиссия 25 июндә эшләй башлай. Уның составына Ауыл хужалығы министрлығы, “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы, район хакимиәттәре һәм ҡайһы бер федераль дәүләт учреждениелары вәкилдәре инде.
Йәмғеһе 37 предприятиены тикшереү күҙаллана. Улар араһында – элеваторҙар, май экстракцияһы һәм шәкәр заводтары. Комиссия предприятиеларҙың экспорт поставкаларын ойоштороу мөмкинлегенә, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын оҙайлы һәм сифатлы итеп һаҡлауға айырым иғтибар бирәсәк.
Мәғлүм булыуынса, уңышты ҡабул итеүгә әҙерлеге тикшерелгән предприятиелар төбәктә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Экспорттың дөйөм структураһында уларҙың өлөшө 2020 йыл йомғаҡтары буйынса 77 процент тәшкил итә.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/376485/