Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында Австриянан инвестор менән осрашыу булды. Ул төбәктә малсылыҡ, үҫемлекселек, ит һәм һөт эшкәртеү буйынса өс проектты тормошҡа ашырырға ниәтләй.
Күҙалланған инвестиция күләме – 500 миллион һум.
Яҡтар проекттарҙың үҙенсәлектәре һәм уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары буйынса фекер алышты. Инвесторҙы бирелгән өҫтөнлөктәр, ер участкаһын һайлау мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында проектҡа персональ менеджер беркеттеләр. Ул “Инвестиция сәғәте” ултырышында проект менән таныштырыу өсөн документтар әҙерләй башланы.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51933
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru