Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа хеҙмәт мигранттарын эшкә саҡырыу механизмдары һәм юлдарына арналған кәңәшмә булып үтте.
Сарала Миграция буйынса халыҡ-ара ойошманың Мәскәүҙәге бюроһы директоры Абдусаттар Эсоев, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов һәм башҡалар ҡатнашты.
– Эш биреүселәрҙе эш ҡулдары менән тәьмин итеү – бөгөнгө көндөң төп бурыстарының береһе генә түгел, ул беҙҙең алға ҡуйылған төп һынауҙар иҫәбенә лә инә, – тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Республиканың билдәләнгән үҫеш темпын тәьмин итеү өсөн етешмәгән хеҙмәт ресурстарын тулыландырыу беҙҙең мәнфәғәттәргә яуап бирә.
Сығыш яһаған белгестәр билдәләүенсә, миграцияны алдан уйлап ойоштороу хеҙмәт мигранттарын Башҡортостандың йәмәғәт тормошона яраҡлаштырыуҙы ла тәьмин итә аласаҡ. Хәҙер мигранттарға ҡараш үҙгәрә: улар эш ҡулдары ғына түгел, ә йәмғиәттең бер өлөшө лә, тимәк, улар урындағы ҡануниәтте, мәҙәниәтте һәм ғөрөф-ғәҙәтте лә үҙләштерергә бурыслы.