Иҡтисад
24 Июнь 2021, 17:15

Иғтибар үҙәгендә - торлаҡ төҙөү мәсьәләләре

Радий Хәбиров төҙөлөш тармағында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм биләмәләрҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.

Бөгөн Рәсәй Хөкүмәтенең Координация үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш тармағында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм биләмәләрҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.
Сараны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе. Унда шулай уҡ Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Сергей Кириенко, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, Дәүләт Советы секретары Игорь Левитин, төрлө кимәлдәге етәкселәр ҡатнашты.
Үҙ сығышында вице-премьер Марат Хөснуллин төп йүнәлештәрҙе билдәләне: уңайлы ҡалалар, транспорт селтәрҙәре булдырыу, йәшәү кимәлен күтәреү, хәүефһеҙлекте арттырыу. Ул торлаҡ һатып алыу мөмкинлектәрен (шул иҫәптән льготалы ипотека иҫәбенә), индивидуаль төҙөлөштө үҫтереүҙе, биләмәләрҙе комплекслы үҙләштереүҙе, авария торлаҡтан күсереүҙе лә телгә алды.
Семинарҙа Башҡортостан Башлығы шәхси торлаҡ төҙөлөшөн анализлау буйынса эшсе төркөмдөң модераторы булараҡ сығыш яһаны. Уның ҡатнашыусылары – Федерация Советы сенаторҙары, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, федераль власть органдары вәкилдәре һәм төбәк башлыҡтары – тармаҡты үҫтереүгә этәргес биргән финанс-иҡтисади ҡоралдарҙы, инвестиция йәһәтенән өҫтөнлөклөлөк үҙенсәлектәрен, инженер инфраструктураһы булдырыу механизмдарын тикшерҙе.
Һандарға килгәндә, ағымдағы йылдың ғинуар - апрель айҙарында Башҡортостанда 940,4 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был 2020 йылдағы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 31,7 процентҡа юғары. Индивидуаль төҙөлөшкә иһә 61 процент тура килә.
Торлаҡ һатып алыу мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн төбәктә льготалы кредитлауҙың федераль программаларын ҡулланалар: ғаилә һәм ауыл ипотекаһы, күп балалы ғаиләләр өсөн программа (ипотеканы өлөшләтә ҡаплау өсөн 450 мең һумға тиклем дәүләт субсидияһы бирелә).
Һәр программа буйынса республика Рәсәйҙең иң алдынғы яҡшы ун төбәге иҫәбенә инә, ә ауыл ипотекаһы биреү буйынса беренсе урында тора. 2021 йыл башынан төбәктә дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һум тәшкил иткән 619 льгоалы ауыл ипотека кредиты бирелгән.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының маҡсаттарына ярашлы, быйыл Башҡортостанда 2,2 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас