Иҡтисад
24 Июня 2021, 17:45

Предприятиелар менән кире бәйләнеш булдырыу зарур

Быйыл Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар күләме буйынса күрһәткес 103,7 процент кимәлдә булырға тейеш.

Быйыл Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар күләме буйынса күрһәткес 103,7 процент кимәлдә булырға тейеш. Бының өсөн төбәктә предприятиелар менән кире бәйләнеште яҡтыртыу зарур.
Был хаҡта системаны барлыҡҡа килтергән ойошмалар етәкселәре менән кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министы Андрей Назаров хәбәр итте.
"Барлыҡҡа килгән шарттарҙа оператив контакт һәм төбәк менән предприятиеның кире бәйләнеш системаһы айырым көнүҙәккә әйләнә бара. Уның мотлаҡ икәнлеге әлеге замандағы системаны барлыҡҡа килтергән предприятиеларҙың инвестициялар йәһәтенән әүҙемлеген, эпидемиологик факторҙарҙың йоғонтоһон иҫәпкә алып, туҡтауһыҙ күҙәтеү менән бәйле", - тине Андрей Назаров.
Ул шулай уҡ төбәктә предприятиеларҙың үҙен нисек тойоуы, уларҙың инвестиция пландарының нисек икәнлеге, үҫеш векторҙарын аңларға тейеш икәнлеге хаҡында әйтте.
Фото һәм текст сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51935
Читайте нас