23 – 25 июндә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтанда XVI “AGRITEK / FARMTEK ASTANA-2021” халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһе үткәрелә.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, унда республикабыҙҙан биш компания ҡатнаша. Улар – Үлсәү ҡорамалдары заводы, минераль ашламалар етештергән “Ричман-Минерал” йәмғиәте, баҡсасылыҡ өсөн ҡорамалдар сығарған “ОНИКС” компанияһы, глютенһыҙ ауыл хужалығы продукцияһы, атап әйткәндә, дөгө һәм ҡарабойҙай оно етештергән “РИСОПТТОРГ” йәмғиәте һәм шифалы микроүләндәр үҫтереү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуар Дамир Ғөбәев.
Башҡортостан компаниялары халыҡ-ара күргәҙмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ҡатнаша. Күргәҙмәнең төп бүлектәре ауыл хужалығы, баҡсасылыҡ һәм малсылыҡ техникаһына, ҡорамалдарына арнала.
Быйыл ҙур сарала донъяның һигеҙ иленән: Германиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡытайҙан, Рәсәйҙән, АҠШ-тан, Украинанан, Төркиәнән һәм Чехиянан ҡатнашалар.
Фото: https://foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/376731/