Иҡтисад
25 Июнь 2021, 12:30

“Столыпин” ең һыҙғана!

Беҙҙең тағы ла бер ауыл хужалығы предприятиеһы үҙенең продукцияһын “Магнит” федераль сауҙа селтәренә урынлаштыра башланы.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Фейсбуктағы сәхифәһендә ҡыуаныслы ваҡиға хаҡында яҙған.
“Беҙҙең тағы ла бер ауыл хужалығы предприятиеһы үҙенең продукцияһын “Магнит” федераль сауҙа селтәренә урынлаштыра башланы. Кушнаренко районынан “Столыпин” - “Башҡортостан продукты” төбәк проектында ҡатнашыусы. Беҙ уның өсөн “Магнит” вәкилдәре менән бергә сауҙа-һатып алыу конференцияһы ойошторҙоҡ. Магазиндың талаптары тураһында фекер алыштылар, ҡасан, ниндәй күләмдә тауар килтерергә кәрәк, ул нисек ҡаптарға тултырылырға, ниндәй сифат стандарттарына яуап бирергә тейешлеген асыҡланылар.
Аралашыу тәьҫирле булды. Һөҙөмтәлә баҡса еләге килтереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Тәүге партия селтәрҙең республикалағы магазиндарына ебәреләсәк, аҙаҡ, әгәр эш барһа, һатыу географияһы киңәйтеләсәк. Барыһы ла предприятиеның эште ойоштороуынан тора. “Магнит” ҡуйған сифат стандарттарына яуап бирә алһаң, теләһәң, бөтә илде продукцияң менән тултыра алаһың.
Ысынында, был беҙҙең тәүге уңышыбыҙ түгел. Бөгөн “Магнит”ҡа “Башҡортостан продукты” программаһында ҡатнашҡан республикабыҙҙың 56 етештереүсеһе продукцияһын илтә. Иҫегеҙгә төшөрәм, беҙ уны махсус рәүештә компанияларға Рәсәй баҙарына сығыу өсөн уйлап таптыҡ.
Формаль күрһәткестәр мөһим түгел, ә ысынбарлыҡтағы иҡтисади файҙа кәрәк. Тауар әйләнешен күҙәтәсәкбеҙ, артамы ул йәки кәмейме. Аҙаҡ анализ яһаясаҡбыҙ, шуға ҡарап, кәрәк булғанда, программаны үҙгәртәсәкбеҙ. Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ теләйем!"
Фото: Фейсбук селтәре.
Читайте нас