Иҡтисад
26 Июнь 2021, 08:30

Ҡала биләмәләре заманлаштырыла

Учалы ҡалаһын төҙөкләндереү дауам итә.

Учалы ҡалаһын төҙөкләндереү дауам итә.
“Башҡортостан ихаталары” республика программаһы сиктәрендә Учалы ҡалаһында 11 күп фатирлы йорт ихатаһы биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә. Был – 500 тирәһе кеше йәшәгән Пионер урамындағы 8, 8а, 8б, 10, Ленин урамындағы 9, 9а, 11, 13, Мортазин урамындағы 19, 21, 23 йорттар. Әлеге ваҡытта ихата биләмәһе зоналарға бүленгән, асфальт-бетон япмаһы яңыртылған, бордюрҙар ҡуйылған. Программа сиктәрендә йомшаҡ майҙанлы спорт майҙансығы, балалар өсөн уйын биләмәһе, йәшел зона, өҫтәмә парковкалау урындары барлыҡҡа киләсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә Йәштәр тыҡрығынан Бересе төҙөүселәр урамына һәм Ленин урамы киҫелешенә тиклем төҙөкләндереү эштәре бара. Был участканы төҙөкләндереү велосипедсылар һәм йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтарҙы төҙөкләндереүҙе, яҡтыртыуҙы заманлаштырыуҙы, бәләкәй архитектура формаларын һәм эскәмйәләрҙең барлыҡҡа килеүен аңлата.
Әйткәндәй, былтыр Учалының “Хыялға юл” проекты Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңеп сыҡҡайны.
Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Читайте нас