Башҡортостан
+20 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Иҡтисад
28 Июня 2021, 04:00
"АВТОВАЗ" электромобилдәр сығара башлаясаҡ
Электромобилдә йөрөү отошломо?
“Бының төп шарты – баҙарҙа электромобилдәргә мохтажлыҡ ҙур булыу-булмауы, беҙ уларҙы бик тиҙ һәм күпләп сығарырға әҙербеҙ”, - ти "АВТОВАЗ"дың матбуғат хеҙмәте етәксеһе С. Ильинский. Электромобилдә йөрөү отошломо?
Билдәле булыуынса, был завод “Renault” төркөмөнә инә, ә ул төркөм – электромобилдәр сығарыу буйынса донъя лидерҙарының береһе. "АВТОВАЗ"дың был йүнәлештәге үҙ проекттары ла бар – “Lada Ellada” (фотола) һәм “
Lada Vesta EV
” электромобилдәре.
Электромобиль менән файҙаланыу отошломо? Ыңғай яҡтары: уға яғыулыҡ һәм хеҙмәтләндереү хаҡтары ғәҙәттәге автомобилдәр менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ (сама менән ун тапҡырға), уның ватылып ултырыу осраҡтары ла һирәгерәк (сөнки деталдәре аҙ), транспорт һалымы һәм туҡталҡалар өсөн түләү буйынса ташламалар бар, хәүефһеҙерәк (алда ауыр двигатель ултырмағанлыҡтан, авария мәлендә имгәнеү хәүефе аҙыраҡ), тауыш кимәле күпкә түбәнерәк һәм, ниһайәт, тирә-яҡ мөхиткә зыяны юҡ тип әйтерлек. Етешһеҙлектәре: ғәҙәти автомобилдә автозаправкала тиҙ генә бензин тултырып елдереп сығып китергә мөмкин булһа, электромобилдең аккумуляторын зарадкаляау өсөн оҙаҡ ваҡыт талап ителә (80 процент зарядкаға еткереү өсөн дә 40 минут кәрәк), бындай автомобилдәрҙе зарядкалаку өсөн станциялар беҙҙең илдә бик аҙ, ҡыш көнө йөрөү запасы аҙая – салонды һәм ултырғыстарҙы йылытыу өсөн электр энергияһы талап ителгәнлектән, аккумуляторҙың көсө тиҙ кәмей.
Фото: yandex.ru.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"