Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың тәүге биш айы буйынса ҡайһы бер социаль-иҡтисади күрһәткестәр менән таныштырҙы.
Шулай ғинуар-май айында сәнәғәт етештереүе индексы 101,5 процент тәшкил иткән һәм уртаса Рәсәй кимәленән артҡан.
Биш ай йомғаҡтары буйынса ауыл хужалығы тауары күләме былтырғы йыл күрһәткестәренә тиң.
Ғинуар-май айында торлаҡты файҙаланыуға индереү былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 25,5 процент артҡан.
– Республикала иҡтисад үҫеше һаҡлана. Икенсе ярты йыллыҡта темптар тағы ла юғарыраҡ булыр тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.