Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проектына ярашлы сүс-оптик элемтә линиялары һуҙыу дауам итә. “Ростелеком”дың бүлендек компанияһы – “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда 2019 йылдан милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса дәүләттең партнеры булып тора.
Йыл башынан алып Башҡортостанда 416 фельдшер-акушерлыҡ пункты интернет селтәренән файҙалана башланы. 2019 – 2020 йылдарҙа иһә 1043 медицина учреждениеһына оптика үткәрелгән. 2021 йыл аҙағына тиклем “Һанлы иҡтисад” программаһына ярашлы йәнә 293 ФАП-ты юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу планлаштырыла.
Проект нигеҙендә барлыҡҡа килгән элемтә инфраструктураһы һөҙөмтәһендә ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары Башҡортостан Республикаһындағы һаулыҡ һаҡлау системаһының берҙәм һанлы контурына инеп, дәүләт мәғлүмәт системаһынан файҙаланасаҡ. Автоматлаштырылған эш урындары менән тәьмин ителгән фельдшерҙар пациенттарҙы табипҡа күренеүгә яҙыу, электрон медицина документтары әйләнешен ойоштороу, юлламалар тултырыу, үҙәк район дауаханаһы менән телемедицина консультациялары үткәреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/377380/