Өфөнән М-5 “Урал” федераль автомагистраленә табан һуҙыласаҡ яңы түләүле трасса (Көнсығыш сығыу юлы) проектын Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереү мөмкинлеге ҡарала.
Улай иткән хәлдә, объектты финанслау, проектлау, төҙөү һәм файҙаланыу өсөн яуаплы булған Башҡортостан концессия компанияһы һалым буйынса ташламаларға дәғүә итә аласаҡ. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “ВТБ” акционерҙар йәмғиәтенең өлкән вице-президенты Юрий Молчанов менән бергәләп төҙөлөш майҙанын ҡарағанда белдерҙе.
"Проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү өсөн яҡын арала беҙҙең тарафтан бөтә нәмә лә әҙер буласаҡ. Иң мөһиме – юлдың тиҙерәк сафҡа индерелеүе һәм Башҡортостан халҡына файҙа килтерә башлауы, – тине Андрей Назаров. – Бөгөн күреүебеҙсә, эште графикта билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ тамамларға була".
Премьер-министрҙың әйтеүенсә, һуңғы осорҙа төҙөлөш материалдарына хаҡтың кинәт артып китеүен иҫәпкә алып, подрядсыға ярҙамлашырға кәрәк. Объекттағы әлеге осрашыу ҙа ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеүе ауырыраҡ икәнен асыҡлау маҡсатында ойошторолған.
"Башҡортостан инвестиция мөхитен яҡшыртыу йәһәтенән иң алдынғылар иҫәбендә тора, был һис тә юҡтан түгел, – тине Юрий Молчанов. – Ошондай ҙур проектың уңышлы тормошҡа ашырылыуы ла юғары баһаларҙы раҫлай".
Башҡортостан концессия компанияһының генераль директоры Асабали Закавов проектты башҡарып сығыу ваҡытын кисектермәүҙе үҙҙәре өсөн төп бурыстарҙың береһе тип билдәләне. "Әле үк эш тиҙлегенең арта башлауын һиҙәбеҙ. Йыл аҙағынаса 12 миллиард һумлыҡ планды үтәп ҡуйырға ниәтләйбеҙ”, – тине ул.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.