Иҡтисад
29 Июнь 2021, 15:15

Әлшәйҙә – яңы комплекс

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“2019 йылда үткәрелгән “Инвестиция сәғәте”ндә республикалағы ҙур проекттарҙың береһен ҡарағайныҡ, эшҡыуарҙар Әлшәй районында заманса сусҡасылыҡ комплексын ойоштороуҙы планлаштырғайны.
Хәҙер бына ике йыл үткәс, проект инициаторы – Урал ит компанияһы (“Таврос” төркөмөнә ҡарай) – Әлшәй районында комплексты сафҡа индерә. Инвестициялар күләме – 1,6 миллиард һум. Тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһалар, бында 60 мең баш сусҡаны аҫрарға планлаштыралар.
97 кеше эшләгән яңы производство үҙ тоҡомсолоҡ базаһы һәм ит етештереү ҡеүәте булған малсылыҡ кластерының өлөшөнә әйләнәсәк. Авгсут аҙағында уҡ Бәләбәй районында Урал ит компанияһының икенсе майҙансығы эш башлаясаҡ.
Киләсәктә Бәләбәй районындағы “Таврос” компаниялары төркөмөнөң инвестиция проекты һимертеү майҙансыҡтарын һәм заманса комбинатты берләштерәсәк. Уны 2022 йылда сафҡа индерәсәктәр. Унда үҙ сеймалдарынан тәүлегенә 200 тонна ит һәм 100 тонна колбаса изделиелары етештерәсәктәр.
Шулай итеп, Башҡортостан илдә етештереү һәм малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү буйынса алдынғы урындарҙы нығытасаҡ.
Шуны билдәләргә тейешмен, коронавируслы йыл бөтә фронттар буйынса пландарыбыҙға үҙгәрештәр индерҙе, бер нисә проект буйынса финанслау күләмен кәметтек. Шул уҡ ваҡытта аграр сәнәғәт комплексындағы инвестиция проекттарына ярҙам итәбеҙ һәм үҙебеҙҙең йөкләмәләрҙе үтәйбеҙ”.
Фото республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән.
Читайте нас