30 июндә “Башспирт” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 2020 йылдағы һәм 2021 йылдың беренсе ярты йыллығындағы эшмәкәрлегенә һығымта яһалды. Совет кәңәшмәһендә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатнашты.
2019 йылдан “Башспирт” акционерҙар йәмғиәтендә һатыу буйынса күләм тотороҡло үҫешә. Былтыр илдәге эпидемиологик хәл, акциздарҙың күтәрелеүе, ликер-араҡы изделиеларына рөхсәт ителгән минималь хаҡтарҙың артыуы менән бәйле Рәсәйҙә алкоголь менән сауҙа итеү 5 процентҡа кәмегән. Әммә “Башспирт” компанияһында 2019 йылға ҡарата үҫеш 2 процентҡа артты. Быйыл беренсе ярты йыллыҡта, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, үҫеш 9 процент тәшкил итте. Былтырғы йыл өсөн тейәлгән продукция, акциздарҙы ла иҫәпкә алып, 17,5 миллиард һум тәшкил итте.
Республикалағы һалымды күп түләүсе булараҡ, “Башспирт” үткән йыл өсөн төрлө кимәлдәге бюджетҡа, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 566 миллион һумға күберәк күсергән. Түләнгән дөйөм һалым суммаһы – 11,5 миллиард һум, уның 80 проценты акциздарға тура килә. Быйыл беренсе ярты йыллыҡта “Башспирт” һалым иҫәпләмәләрен 1 миллиард һумға тиерлек арттырҙы.
Андрей Назаров киләсәктә төбәктә акциздарҙы республика бюджетына кире ҡайтарыу мөмкинлегенең килеп сығыуы ихтималлығы хаҡында әйтте.
– Әле төбәккә акциздарҙы ҡайтарыу бара, әммә был сумма түбән. Уны күтәреү өсөн махсус программаны мотлаҡ эшләргә һәм уны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтендә яҡларға кәрәк. Ниңә был аҡсаның республикала ҡалырға икәнлеген нигеҙләргә тейешбеҙ, - тине Андрей Назаров. – Башҡа төбәктәрҙә бындай тәжрибә бар, шуға Башҡортостанда ла мөмкин тип иҫәпләйбеҙ”.
2019 йылдан таҙа табыш 188 миллион һумдан 2020 йылда 91 миллион һумға тиклем кәмене. Был “Башспирт”тың аҡсаны яңы заводҡа инвестициялауы, брендтарҙы әүҙем үҫтереүе, һалым түләүҙәрен арттырыуы, булған эсемлектәрҙең ребрендингы менән бәйле. Бынан тыш килемдең кәмеүенә сеймалға һәм башҡаларға хаҡтың артыуы ла сәбәпсе.