Иҡтисад
1 Июль 2021, 12:15

Милли проектҡа йәнә дүрт предприятие ҡушылды

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында 110 предприятие ҡатнаша.

Башҡортостандан тағы ла дүрт предприятие Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнаша. Компаниялар республика Хөкүмәте менән милли проектҡа инеү тураһында килешеү төҙөнө.
Хәҙер “Фабрик Косметик”, “Прометей”, “Дека-С” йәмғиәттәре, “Өфө дәүләт нефть техник университеты” инжиниринг үҙәге “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар сафын тулыландырҙы. Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары предприятиеларҙа етештереүгә диагностика үткәрә, проблемаларҙы асыҡлап, яңылыҡтарҙы ғәмәлгә индереү өсөн пилот участкаларын билдәләй. Артабан предприятиелар хеҙмәткәрҙәренән төҙөлгән эш төркөмдәре өсөн уҡыуҙар ойошторола. Киләсәктә улар алған белемен практикала ҡулланып ҡына ҡалмаясаҡ, бөтә персоналды һаҡсыл етештереү серҙәренә төшөндөрәсәк.
Мәғлүм булыуынса, әле Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында 110 предприятие ҡатнаша.
Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/378575/
Читайте нас