Иҡтисад
2 Июль 2021, 15:05

Өфө юғары баһаға лайыҡ булды

Баш ҡалабыҙ йәмәғәтселек финансына идара итеүе юғары сифатлы булған муниципалитеттар араһына инде.

Өфө ҡалаһы ҡала округы йәмәғәтселек финансына идара итеүе юғары сифатлы булған муниципалитеттар араһына инде.
Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Өфө “Бюджет килеменә һәм муниципаль милеккә идара итеүҙә юғары сифат өсөн” номинацияһында юғары баһаға лайыҡ булды. Конкурсты “Бюджет” журналы, Рәсәй Финансистар союзы Федерация Советы һәм Дәүләт финанстары үҫеше союзы менән берлектә үткәргән. Конкурс комиссияһы составында Рәсәй Федерация Советы, Дәүләт Думаһы һәм илдең Финанстар министрлығы вәкилдәре булған.
2021 йылда конкурсҡа илдәге 115 муниципаль райондан, 120 ҡала округынан, барлығы 62 төбәктең һигеҙенән 243 ғариза бирелгән булған. Сарала ҡатнашыусылар бюджет килеме сифатын күрһәткән бюджет килеменә идара итеү, сығымдар һәм муниципаль милек, бюджет планлаштырыуы кеүек 82 күрһәткес буйынса баһаланған.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.
Читайте нас