Иҡтисад
2 Июль 2021, 06:30

“Инвестиция сәғәте”: нимәләр көнүҙәк?

Радий Хәбиров Республика йортонда “Инвестиция сәғәте” тәртибендә тематик кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда “Инвестиция сәғәте” тәртибендә тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда “ГазРесурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттары ҡаралды. Был проекттарға 3,3 миллиард һумдан ашыу инвестиция йүнәлтеү күҙаллана.
Тәҡдим ителгән башланғыстарҙың береһе – республикала автомобилдәргә газ тултырыу компрессор станциялары селтәрен төҙөү. “ГазРесурс” компанияһы директоры Рәмил Ғәбдрәҡипов әйтеүенсә, былтыр Нефтекама ҡалаһында һәм Белорет районының Инйәр ауылында ике газ заправкаһы сафҡа индерелгәйне, быйыл иһә тағы ла ике станция монтажлана. Уларҙы йыл аҙағына төҙөп бөтәсәктәр. 2022 – 2024 йылдарҙа йыл һайын бишәр заправканы файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр. Проекттың хаҡы – 1,53 миллиард һум. Ул 130-ҙан ашыу яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Тәүге заправка комплекстарын Өфө ҡалаһында һәм районында, Благовещен һәм Кушнаренко райондарында урынлаштырыу күҙаллана.
“ГазРесурс” шулай уҡ Благовещен районында автомобиль транспорты өсөн тотош металдан газ баллондары етештереү заводын төҙөмәксе. Етештереү комплексы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә урынлашасаҡ һәм йылына 120 меңгә тиклем газ баллоны сығарасаҡ.
Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме – 1,55 миллиард һум. Заводта 70-кә яҡын эш урыны булдырыласаҡ. – Беҙ Башҡортостанда газ-мотор яғыулығы баҙарын етди үҫтерә башланыҡ, шуға күрә тәҡдим иткән поекттарығыҙ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ республикала компанияны артабан үҫтереү мөмкинлеген тикшерергә һәм тейешле ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.
Йәнә бер проект ағас эшкәртеүгә ҡағыла. Уны “ГазРесурстың бүлендек компанияһы – “Башҡорт урманы” йәмғиәте тормошҡа ашырырға ниәтләй. Һүҙ Учалы районында фанера етештереү заводы төҙөү тураһында бара.
235 миллион һумлыҡ заманса комплекс 130 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк һәм йылына алты мең кубометрға тиклем фанера сығарасаҡ. Әле төҙөүселәр етештереү корпусын, келәт һәм ярҙамсы биналарҙы һалған. Тиҙҙән технологик ҡорамалдар килтереп, инженерлыҡ селтәрҙәренә тоташтырыуҙы планлаштыра. Киләсәктә инвестор заводта шулай уҡ юнысҡынан плитәләр сығарыуҙы күҙаллай.
“Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығы өлкәһендәге проект та ҡаралды. “АҠТАУ” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Илдар Ниғәмәтйәнов Мәсетле районында иген киптереу буйынса ике комплекс төҙөү проекты тураһында һөйләне.
Инвестор, был эшкә 320,5 миллион һум йүнәлтеп, республиканың төньяҡ-көнсығышындағы ауыл хужалығы етештереүселәрен сифатлы орлоҡ фонды менән тәьмин итеү өсөн иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар ҡабул итеү, эшкәртеү һәм киптереү буйынса ҡеүәттәрҙе арттырмаҡсы.
Проектҡа ярашлы, төҙөүселәр Ключевой ауылында иген таҙартыу комплексын һала башлаған. Бынан тыш, ауыл хужалығы предприятиеһы газ ҡорамалдарына һәм инженерлыҡ инфраструктураһын монтажлауға килешеү төҙөгән. Икенсе комплекс Әләгәҙ ауылында урынлаша. Был производстволар сафҡа инеү менән 25 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143200.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас