Иҡтисад
2 Июль 2021, 10:00

Төркиә менән хеҙмәттәшлекте киңәйтәбеҙ

“Инвестиция сәғәте” тәртибендәге ултырышта Төркиә Республикаһындағы төбәк вәкиллегенең эше тикшерелде.

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” тәртибендәге ултырышта Төркиә Республикаһындағы төбәк вәкиллегенең эше тикшерелде.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева хәбәр итеүенсә, былтыр Төркиәгә экспорт 92 миллион долларға еткән. Быйыл алты айҙа был күрһәткес 53 миллион доллар тәшкил иткән.
– Беҙ Башҡортостанда етештерелгән продукцияға заказсыларҙә әүҙем эҙләйбеҙ, – тине Маргарита Болычева. – Былтыр октябрҙә ошо эшкә республикабыҙҙың сит ил вәкиллеге лә ҡушылды.
Башҡортостан Конгресс-бюроһының Төркиәләге вәкиле Марат Танһыҡҡужин вәкиллектең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы Төркиә вәкиллеге, республикабыҙҙың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты коллективына пандемия шарттарында уңышлы эшләгән өсөн рәхмәт әйтте. – Вәкиллек коронавирус сире таралған ауыр осорҙа эшләй башланы. Шуға ҡарамаҫтан, сикләүҙәр шарттарында ла һеҙ сит ил партнерҙарыбыҙ менән үҙ-ара эшмәкәрлекте яйға һала алдығыҙ. Күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу, бизнес менән аралашыу, төрлө иҡтисади берекмәләр менән эш итеү – ҡатмарлы, әммә бик мөһим эш, – тине Радий Хәбиров.
– Минеңсә, эпидемиологик хәл тотороҡланыу менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн Башҡортостан делегацияһының Төркиә Республикаһына сәфәрен ойошторорға кәрәк.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143223.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас