Иҡтисад
2 Июль 2021, 17:30

Тармаҡта ыңғай үҫеш күҙәтелә

Башҡортостанда биш айҙа ағас эшкәртеү 65 процентҡа артҡан.

Башҡортостанда биш айҙа ағас эшкәртеү 65 процентҡа артҡан.
2021 йылдың ғинуар – май айҙарында республикала урман сәнәғәтенең ыңғай үҫеше күҙәтелгән: ағас эшкәртеү – 64,9, мебель етештереү – 56,2, ҡағыҙ етештереү 28,9 процентҡа артҡан.
– Былтыр ғинуар – май айҙарында урман етештереү өлкәһендә 7,8 миллиард һумлыҡ тауар әҙерләнһә, быйыл был күрһәткес 18,6 миллиард һумға тиклем күтәрелгән. Был республикалағы сәнәғәттең 2,4 процентын тәшкил итә. Урман тармағы етештереү сәнәғәтенең ошо күрһәткестәре ышаныслы үҫеште күрһәтә, - тип белдерҙе республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Үҫеш ағас йәшниктәре деталдәрен – 21 тапҡырҙан күберәккә, ағас төҙөлөш һәм столяр әйберҙәрен – 1,7 тапҡырға, ағас плитәләрен – 49,3 процентҡа, урман материалдарын 35,5 процентҡа күберәк етештереп сығарыу менән бәйле.
Был тармаҡтағы эре предприятиелар – “Кроношпан”, “Кроношпан ОСБ”, “Урал урманы”, “Селена” урман сәнәғәте компанияһы”, “Завод Николь-Пак”, “Картон-ҡағыҙ комбинаты”, “Корона”, “Өфөмебель”, “Башмебель”, “Амик”, “Велес” мебель фабрикаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.
Министр урман сәнәғәтенә комплекслы ярҙам күрһәтелеүе, айырым алғанда, ҡоролмалар менән техникаға субсидиялар бирелеүе хаҡында әйтте. Шулай итеп, былтыр 27 предприятие ҡорамалдарҙы һәм техниканы һатып алыу өсөн киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн 40 миллион һум күләмендә субсидия алған. Ағымдағы йылда ла республика бюджетынан 40 миллион һум аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта 13 предприятие 12 миллион һум күләмендә субсидияны файҙаланған. 28 миллион һум аҡсаны йыл аҙағына тиклем тотонмаҡсылар.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас