5 июлдә Екатеринбургта “Иннопром-2021” халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығында Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингына йомғаҡ яһалды. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, республиканың сәнәғәт, энергетика һәм төбәк инновациялары министры Александр Шельдяев ҡатнашты.
2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан рейтингта беренсе урынды яуланы. Икенселә – Калуга, өсөнсөлә – Тула өлкәләре.
Сара башында Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Алексей Беспрозванных рейтингтың беренсе тапҡыр илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тарафынан формалашыуы һәм төбәктең иҡтисади үҫеше динамикаһын, сәнәғәт үҫеше институттары эшмәкәрлеген, уға дәүләт ярҙамы сараларын, Рәсәй Сәнәғәт үҫеше фонды менән эшмәкәрлеген күрһәткән ҡырҡ күрһәткестең иҫәпкә алыныуы хаҡында әйтте.
– Рейтингтың төп маҡсаты – төбәктәрҙәге иң яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡлау һәм тотош ил буйынса таратыу, - тине Алексей Беспрозванных. – Унан тыш, был - төбәктәрҙәге сәнәғәт тармаҡтары эше үҫешен власть органдары, үҫеш институты һәм етештереүҙең реаль секторы менән эшмәкәрлектә күрһәткән индикатор.
Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында рейтингты ойоштороусыларға рәхмәт әйтте һәм төбәктәге сәнәғәт сәйәсәтенең төп принциптары хаҡында һөйләне.
- Бөгөн тәжрибәләр менән уртаҡлашҡас, шуны әйтергә теләйем: әлеге уңышыбыҙ - сәнәғәт предприятиелары менән берлектә системалы нигеҙҙә тығыҙ эшләүебеҙ һөҙөмтәһе ул, - тине Радий Фәрит улы.